ВАЛЕНТИНА КУЗНЕЦОВА
1949
1949 йылда Воскресенский ауылында тыуған. 1968 йылда Өфө дәүләт художество училищеһының художество бүлеген, 1975 йылда И.Е. Репин исемендәге Ленинград һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтының сәнғәт тарихы һәм теорияһы факультетын тамамлай.
1968-1979 йылдарҙа Стәрлетамаҡта йәшәй, унда махсус урта мәктәптә уҡыта. 1977 йылда тәүге тапҡыр Өфөлә үҙенең эштәрен күрһәтә. 1979 йылдан 1999 йылға тиклем Өфөлә йәшәй. 1983-1991 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең халыҡ һынлы сәнғәт студияһы менән етәкселек итә. 2000 йылдан Мәскәүҙә йәшәй һәм сәнғәт студияларында уҡыта.
Кузнецова әҫәрҙәренең геройҙары йыш ҡына —көндәлек тормош контексында һүрәтләнә яҡын кешеләре, күршеләре, туғандары. Шулай, мәҫәлән, ауылдаштарына бағышланған "Воскресенский тормошо" һәм "Яҡты Воскресенск" сериялары барлыҡҡа килә. Кузнецованың эштәре формалар наивлығы, сиктән тыш ябайлығы менән айырылып тора, уларҙа халыҡ сәнғәте алымдары күҙаллана. Рәссам шулай уҡ боронғо славян мифологияһы һәм фольклоры менән ҡыҙыҡһына.