1981 йылда Өфөлә тыуған. Бәләкәй сағынан художество мәктәбендә, һуңынан — 64 номерлы колледжда (ағас биҙәү бүлегендә), Өфө сәнғәт училищеһында (живопись бүлегендә) һәм Башҡорт педагогия институтында уҡый (художество-графика бүлегендә).
Өфө сәнғәт училищеһының аҙаҡҡы йылында абстракция менән мауығып китә. Әлиә әйтеүенсә, уға өлкән быуын рәссамдары — Рафаэль Моратшин, Мидат Мөхәмәтов, Айрат Тереғолов, Рәсих Әхмәтвәлиев ҙур йоғонто яһай. «Өфө рәссамына абстракт визуаллек хас. Хатта сюжетта предметлыҡ булһа ла, ул йыш ҡына ниндәйҙер абстракт ерлектә була», — ти рәссам.
2007 йылда Мәскәүгә күсә. Мәскәү хәҙерге заман сәнғәте музейының «Ирекле оҫтаханаларында» уҡый, дизайнер булараҡ эшләп ала, диуарҙар биҙәү менән шөғөлләнә.
2010-се йылдар уртаһында үҙ эсенә төрлө, шул иҫәптән Башҡортостандан сыҡҡан рәссамдарҙы (Алина Измайлова, Әлиә Хансен, Шамил Шааев, Олег Шишкин һәм башҡалар) туплаған «PeakArt» студияһын ойоштора.
2007 йылдан башлап «Рәсәй Рәссамдар союзы» Бөтә Рәсәй ижади ижтимағи ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы төбәк бүлексәһенең йәштәр берләшмәһенең ағзаһы.
2008 йылдан алып Рәсәй рәссамдар ижади союзы ағзаһы.
Эштәре М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһында һәм шәхси коллекцияларҙа һаҡлана.
Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.