Нәфисә — 2022 йылда ZAMAN хәҙерге заман сәнғәте музейы башлап ебәргән Башҡортостан территорияһындағы ҡатын-ҡыҙҙар сәнғәтен өйрәнеүсе һәм күргәҙмәләр ойоштороусы проект. Проекттың маҡсаты — локаль сәхнәләге ҡатын-ҡыҙҙар исемен күреп булырлыҡ итеү, уларҙы өйләнеүҙе башлау, төрлө быуын рәссамдары араһындағы бәйләнештәрҙе асыҡлау, ә шулай уҡ уларҙың биографияһын һәм ижадын документациялау һәм архивлаштырыу.
Нәфисә — «нәфис» һүҙенән алынған, төрки халыҡтар араһында киң таралған ҡатын-ҡыҙҙар исеме. Был исем Иҙел буйы, Үҙәк һәм Урта Азия халыҡтарында, шулай уҡ ғәрәп илдәрендә бик популяр. «Нәфис» нәзәкәтле һәм наҙлы тигәнде аңлата, ә исем менән бергә «художестволы» тигән мәғәнә ала. Мәҫәлән, «нәфис фильм» «художестволы фильм», ә «нәфис сәнғәт» — «изящные искусства» тигәнде аңлата. Был исемде ҡулланыу, бер яҡтан, тикшеренеү предметының ҡатын-ҡыҙҙар булдырған ижади мираҫ булыуына ишара яһай, икенсе яҡтан, проекттың локаль йүнәлешен һыҙыҡ өҫтөнә ала.