ТАМАРА НЕЧАЕВА
1922 - 2003
1922 йылда Воронеж өлкәһенең Народная станцияһында тыуа. Бала сағы һәм йәшлек осоро Ленинградта үтә, унда ул художество студияһында белем ала.

Студияны тамамлағас, һуғыш ваҡытында Өфөгә, әсәһенең ике туған ағаһы, билдәле Өфө рәссамы Александр Лежнев янына эвакуациялана, ул Нечаеваның рәссам булараҡ үҫешенә ҙур йоғонто яһай.

Үҙенең ижади тормошонда уның роле тураһына Нечаева шулай тип һөйләй: «Һынлы сәнғәтем, төҫкә ҡарашым, уның әһәмиәтен аңлауым һәм ғөмүмән сәнғәткә ҡарата мөнәсәбәтем менән Анатолий Петрович Лежневҡа, олатайым, шәп майлы буяу менән эшләүсе рәссамға бурыслымын. Эвакуация ваҡытында Мәскәү, Ленинград, Киевтан байтаҡ билдәле рәссамдар, композиторҙар, йырсылар Өфөлә йәшәй. Улар менән танышыу һәм аралашыу минең сәнғәт тураһындағы белемемде бермә-бер арттырҙы. Беҙгә йыш килеп йөрөгән башҡорт рәссамы Ҡ.С.Дәүләткилдейев, А.Э.Тюлькин,М.Н.Елгаштина менән дуҫлыҡ минең өсөн мөһим һәм бик файҙалы булды.

Һуғыш тамамланғас Тамара Нечаева Өфөлә тороп ҡала һәм әүҙем нәфис эшмәкәрлек алып бара. 40-сы йылдарҙа ул скульптор булараҡ үҫешә бара. Вера Морозова менән бергә ул башҡорт скульптура мәктәбенә нигеҙ һалыусы булып иҫәпләнә.

1943 йылда уның тәүге шәхси күргәҙмәһе үтә.

60-сы йылдарҙа керамика менән әүҙем эш итә, 70-се йылдарҙа был техникала монументаль формаларға күсә. Уның эштәре ОМЭБ мәҙәниәт йортоноң,  «Искра» кинотеатрының, «Башнефть йорто»ноң, «Нефтяник» мәҙәниәт һарайының һәм башҡа ижтимағи урындарҙың интерьерҙарының өлөшө булып китә.

Бихисап ҡалаларға таралған һәм хрестоматик образға әйләнгән Салауат Юлаев скульптуралы портретының авторы. Иң тәүге бюст Малаяҙҙа, шунан Юлай ауылында, Өфөлә һәм Салауат Юлаев атаһы менән ғүмеренең һуңғы йылдарын һөргөндә үткәргән Эстониялағы Палдиски ҡалаһында ҡуйыла.

Тамара Нечаева шулай уҡ киләһе һәйкәлдәрҙең авторы:
  • Иван Яҡутов һәйкәле (Өфө ҡалаһы, И.Яҡутов исемендәге парк)
  • Шәһит Хоҙайбирҙин һәйкәле (Өфө ҡалаһы, Матбуғат йорто)
  • Сергей Аксаков һәйкәле (Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы, 85 йорт)
  • башҡорт нефтен тәү башлап асыусыларға һәйкәл (Ишембай ҡалаһы)
  • Владимир Ленин  һәйкәле (Стәрлетамаҡ ҡалаһы)
  • Арыҫлан Мөбәрәков һәйкәле  (Асы ауылы,  Башҡортостан Республикаһының Белорет районы).


Сәнғәт өйрәнеүсе Эльвина Фенина мәҡәләләренең береһендә Тамара Нечаеваның эштәренең төп сифаттарының береһен «публицистикалыҡ» тип билдәләй. Публицистикалыҡ төшөнсәһе аҫтында ул рәссамдың сәнғәт аша күмәк халыҡ менән эш итергә, ижтимағи урындарҙы үҙләштерергә ынтылыуын, шулай уҡ локаль милли тема менән эш итеүен күҙ уңында тота.