Вера Георгиевна 1903 йылда Иркутск губернияһының Мысовск станцияһында тыуа, әлеге ваҡытта ул Бурят Республикаһының Бабушкин ҡалаһы. Ата-бабалары раскольниктарҙан була, әсәһе Уралдағы ауылда тыуа. Бала сағы Иркутскиҙа үтә, унда ул 6 класс гимназия тамамлай. Профессиональ рәссам белем алмай.
1920-се йылдарҙа Силәбелә йәшәй, 1922 йылда шунда буласаҡ ире, хәбәрсе һәм ижтимағи эшмәкәр Александр Моррисон менән таныша. 1924 йылда ҡыҙы Нелли тыуа.
1931 йылда, Александр Моррисондың “Таганрогская правда” гәзитенә мөхәррир итеп тәғәйенләнеүе сәбәпле, ғаилә Таганрог ҡалаһына күсеп китә. Унда ирле-ҡатынлы Чеховтың йорт музейын ҡотҡарыу һәм ойоштороу, драма театры менән шөғөлләнә. Чеховтың юбилейына тиклем ике йыл буйы Вера Александровна уның бюсын әүәләй, ул СССР-ҙа яҙыусының беренсе һәйкәле була. Яҙыусының ҡатыны һәм һеңлеһе һындың айырыуса портрет оҡшашлығына иғтибар итәләр.
1930-сы йылдарҙың тәүге яртыһында Морозова-Моррисон йорто урындағы интеллигенцияны йәлеп иткән урын була. Был пар оригиналдар тип һанала: гәзит мөхәррире йөҙә торған парусин трусиктарҙа йөрөргә ҡыйыулыҡ иткән (шортылар килеп сыҡҡанға тиклемге заманда), ә Вера Александровна ҡайһы берҙә ялан аяҡ йөрөй (аяҡ кейеме булмай).
Ҡыҙҙары Нелли Александровна айырыуса наҙ менән 1935 йылды иҫенә ала. Ул ваҡытта икмәк карточкалары бөтөрөлә, магазиндарҙа икмәк, май, сыр килеп сыға. Ғаилә иркен 4 бүлмәле фатир ала, Чехов юбилейына әҙерлек гөрләп бара. Тик тиҙҙән Александр Моррисон ҡулға алына. ВКПб үҙәк комитетының 1937 йылғы февраль-март пленумында Аҙау-Ҡара диңгеҙ крайында Сталинды үлтерергә йыйыныу планы булдырылыуы тураһында хәбәр ителә. Ә сит ил разведкаһы менән бәйләнеш тотоусы ролендә Александр Моррисонды күрәләр.
1937 йылдың 14 июнендә Хәрби коллегия тарафынан Александр Моррисон Сталиндың атып үлтереү исемлегенә яраҡлы хат алышыу хоҡуғы сикләнеп ун йыл лагерға хөкөм ителә, ул атып үлтереү тигәнде аңлатҡан. Вера Морозоваға иренән баш тартыу тураһында ғариза яҙырға тәҡдим итәләр, әммә ул риза булмай.
Ул ваҡытта Вера Александровнаның ата-әсәһе Силәбенән Өфөгә күсеп килгән була. Вераны ҡыҙы менән бергә “халыҡ дошманы ҡатыны” булараҡ Баҡалыға һөргөнгә ебәрәләр. Баҡалыла рәссам уйынсыҡ Ҡыш бабайҙар эшләй һәм Өфөгә ебәрә, унда әсәһе уларҙы һата ла аҡсаһын йәнә Баҡалыға һала.
Һөргөндә «Культизделия» артелендә сигеүсе булып эшләй. Һуңынан — РСФСР Художество фондының Башҡорт оҫтаханаларында (1944—1960). Тамара Нечаева менән берлектә башҡорт скульпторҙар мәктәбен булдырыуҙа ҡатнаша.
1990 йылда Өфөлә вафат була.