ВЕРА ШИБАЕВА
1949 - 2000
949 йылда Свердловск өлкәһенең Верхотурье станцияһында тыуған. 1989 йылда Өфөләге М.И. Калинин исемендәге художество-сәнәғәт училищеһының художестволы биҙәү бүлеген тамамлай.
80-се йылдарҙан алып рәссам булараҡ туҡыма менән әүҙем эшләй, билдәле кимәлдә был Башҡортостандың биҙәү-ғәмәли сәнғәтендә нәфис туҡыу техникаһын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Рәссам текстиль паннолар, коллаждар, аппликациялар, кейем-һалым, ҡурсаҡтар ижад итә, фотография менән эшләй. 1989 йылдан төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Эштәре Нестеров исемендәге музей тупланмаһында һәм шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.