Мария Николаевна 1873 йылда Барнаул ҡалаһында Давидович-Нащинскийҙарҙың етеш ғаиләһендә тыуа. Атаһы Николай Андреевич Барнаулдың тәүге ҡала начальнигы була, әсәһе Луиза Петровна (тыумыштан Томпсон) Смольный институтын тамамлай һәм ҡыҙының сәнғәт менән шөғөлләнеүен бик тә хуплай. Ғаилә Парижда бер аҙ йәшәй, Марияның гувернанткаһы француз була. 1892 йылдан алып 1894 йылға тиклем «Сәнғәттәр һәм һөнәрҙәргә ҡағылышлы төшөрөү мәктәбендә» белем ала (әлеге ваҡытта Мәскәүҙәге граф Строганов исемендәге юғары художество-сәнәғәт училищеһы).
1899 йылда һәм 1903 йылдан 1905 йылға тиклем Мария Николаевна Плёc ҡалаһында йәшәй. Быуаттар сигендә был ҡала рус пейзажсыларының хыялы була. Бында рәссам ҡатын билдәле рәсемсе, Мәскәү һынлы сәнғәт, юныу һәм төҙөү училищеһы уҡытыусыһы Алексей Михайлович Корин менән таныша. Мария Николаевнаны Кориндың ҙур булмаған, яйлап эшләнелгән этюдтары, һынлы сәнғәтенең баҫалҡылығы һәм лирикалығы йәлеп итә, былар барыһы ла аҙаҡ Елгаштинаның үҙенең ижадында урын таба.
Һуңыраҡ Мария Николаевна Себерҙәге Император ат һарайҙары директоры Иван Семенович Елгаштинға кейәүгә сыға. Ғаилә ғәмәлдә далала урынлашҡан ат заводы янында йәшәй. Уларҙың ике ҡыҙы һәм улдары тыуа, балалар бер аҙ үҫеп, уҡырға ваҡыт еткәс, ғаилә ҡалаға күсеп килә.
1906 йылдан башлап Мария Николаевна Елгаштина Өфөлә йәшәй һәм эшләй, медицина профессоры Дмитрий Иванович Татариновтың йортонда һынлы сәнғәт дәрестәре үткәрә һәм үҙенең ҡурсаҡ театры спектаклдәрен ҡуя. 1913 йылда Тюлькин һәм Лежнев менән Өфө һынлы сәнғәт яратыусылары ойошмаһын ойоштороп ебәрә. 1914 йылдың 11 мартында түңәрәктең уставы ҡабул ителә. Ғәмәлдә түңәрәктең эше 1916 йылда, тәүге күргәҙмә ойошторолған ваҡытта, башлана. Елгаштина һәм башҡа Өфө рәссамдарының революцияға тиклемге һүрәттәре һаҡланмаған.
Түңәрәк эшмәкәрлегенә Давид Бурлюк ҙур йоғонто яһай, уның сағыу төшөрөү манераһы урындағы рөссамдарҙы мауыҡтыра. Мария Николаевна уға яңы эштәрен күрһәтеүҙе ойоштороуҙа ярҙам итә. Әммә үҙе тыныс һәм лирик методына тоғро ҡала.
1919-1929 йылдарҙа Художество музейын ойоштороуҙа һәм музей китапханаһын комплектациялауҙа ҡатнаша.
1930-сы йылдар башынан Мария Николаевнаның ҡыҙыҡһыныуы балалар өсөн театр ойоштороуға йүнәлтелә. 1922 йылда Аксаков халыҡ йортонда (Хеҙмәт һәм Сәнғәт һарайында) Башҡорт драма театрын урынлаштыралар (ул саҡта башланып ҡына торған ваҡыты). Мария Николаевна шунда уҡ балалар театры ойошторорға тәҡдим итә; шулай итеп 1932 йылда Өфөлә тәүге ҡурсаҡ театры барлыҡҡа килә, ул 1955 йылға тиклем уның художество етәксеһе, сценографы, режиссеры һәм актрисаһы була. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Мария Николаевна коллективын фронтҡа алып барып ҡайта.
1955 йылда Мария Николаевна театрҙан китә һәм иғтибарын һынлы сәнғәткә йүнәлтә, күргәҙмәләрҙә йышыраҡ ҡатнаша, натуранан төшөрә, рәссамдар союзы идаралығы эшендә ҡатнаша.
Рәссамдың һуңғы әҫәрҙәре 1963 йыл менән даталанған, шул уҡ йылда Елгаштинаның икенсе шәхси күргәҙмәһе булып үтә. Уға 90 йәш була. 1966 йылда, 93 йәшендә, рәссам донъя ҡуя.