ИРИНА КИБАЛЬНИК
1940 - 1995

1940 йылда Белорус ССР-ның Пинск ҡалаһында тыуған. 1951-1971 йылдарҙа Өфөлә йәшәй һәм эшләй. «1905 йыл хәтеренә» Мәскәү художество училищеһында уҡый. 1963 йылдан башлап 1965 йылға тиклем Өфө сәнғәт училищеһында уҡыта. 1971 йылдан алып ғүмеренең аҙағына тиклем Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.
1968 йылдан СССР (РФ) Рәссамдар союзы ағзаһы. 1970 йылдан МОСХ ағзаһы.
1995 йылда вафат була.