ЛЮБОВЬ ПОПОВА
1889- 1924
Любовь Попова  1889 йылда Мәскәү губернияһында хәлле ғаиләлә донъяға килә. Атаһы, Сергей Максимович Попов, тула баҫыу фарикаларының хужаһы була, әсәһе Любовь Васильевна (ҡыҙ фамилияһы Зубова) сауҙагәр ғаиләһенән була. Ата-әсәһе сәнғәт менән ҡыҙыҡһына, театр һәм музыкаль концерттарға йыш йөрөй. Рәссамдың тәүге рәсем педагогы — ғаилә дуҫы һәм профессиональ рәссам К.М.Орлов була. Шулай уҡ ул С.Ю.Жуковскийҙың студияһында һәм К.Ф. Юон менән И.О.Дудиндың шәхси рәсем мәктәбендә уҡый.

1900-сы йылдар аҙағында һәм 1910-сы йылдар башында рәссам күп сәйәхәт итә. Ул Киевҡа, Италияға сәйәхәт ҡыла, Санкт-Петербург, Псков, Новгород, Бөйөк Ростов һәм башҡа ҡалаларҙа була, унда боронғо рус һәм үткән заман оҫталарының эштәре менән таныша. Унан тыш, ул үҙенең замандаштарының - Сезанн һәм Врубелдең ижадтары менән мауығып китә. 1915 йылға уның икона төшөрөүҙән башлап кубофутуризмға тиклем төрлө сәнғәт йоғонтоһон төҫмөрләп булған предметһыҙ төшөрөү манераһы барлыҡҡа килә.

1914 йылдан 1916 йылға тиклем осорҙа Попова Бөрө ҡалаһында әхирәте Адда Робертовна Дегела ҡунаҡта була. Ул унда бер-нисә тапҡыр булған тигән фараз да бар. Урындағы тыуған яҡ өйрәнеүсе һәм Бөрө тыуған яҡ музейының элекке хеҙмәткәре Нина Рыбалко фекеренсә, Адда Деге гувернантка була һәм Бөрөләге сауҙагәр йорттарының береһендә эшләй. Ул ваҡыттағы Бөрөнө типик провинциаль ҡала тип атап булмай: унда бай ғаиләләр, интеллигенция көн күрә, һәм ул мәҙәни тормошоноң әүҙемлеге менән айырылып тора.

Любовь Попова Бөрө ҡалаһының исеме телгә алынған ике эш ижад итә. Уларҙың тәүгеһе Гуггенхайм музейында һаҡлана. Ул музейға 1981 йылда грек сығышы һәм гражданлығы булған совет коллекционеры, Мәскәүҙә тыуып үҫкән, рус авангардының иң ҙур коллекционеры һаналған Георгий Дионисович Костакиҙан бүләк булараҡ килеп эләгә.
Гуггенхайм музейы сайтында ошолай тип яҙылған: “Бөрө”нөң кристалл структураһы 1908 йылда Жорж Брак һәм Пабло Пикассо төшөргән Эстак ҡалаһының йорттарын хәтерләтә, әммә сағыу палитра Попованың рус халыҡ һәм декоратив биҙәү сәнғәтенә ҡарата үҙгәрмәҫ ҡыҙыҡһыныуын дәлилләй. “Бөрө”, Попова ижадының был осорондағы бик аҙ пейзаждарының береһе, Урал тауҙарынан алыҫ урынлашмаған, һүрәттең исемендә булған ҡалала йәшәүсе элекке гувернанткаһына йәйге визит ваҡытында төшөрөлгән.

Любовь Попованың “Бөрө ҡалаһы” тигән икенсе эше шул уҡ 1916-сы йылда ижад ителә һәм элеге ваҡытта Гарвард художество музейы йыйылмаһында һаҡлана. Музейҙың credit line-нында яҙылғанса, был ижади эш музейға 1993 йылда Буш-Райзингер, Дар Меррилл һәм Далия Берман музейынан тапшырыла.

Любовь Попова 1924 йылда, 35 йәшендә, үҙенән һуң бай ижади мираҫ ҡалдырып, донъя ҡуя.