Әдиә Хәбибулла ҡыҙы Ситдиҡованың сәнғәте академик художество йәмғиәте тарафынан танылған һәм өйрәнелгән, уның эштәре музей һәм шәхси тупланмаларҙа һаҡлана, күргәҙмәләрҙә йыш ҡатнаша. Рәссамдың классик белеме булмауын һәм профессияға һуң килеүен иҫәпкә алғанда, бының барыһын да Совет художество системаһы контексында ғәҙәттән тыш хәл тип иҫәпләргә мөмкин.
Әдиә Ситдиҡова (ҡыҙ фамилияһы Хәлитова) 1913 йылдың 12 декабрендә Мордва ауылында донъяға килә (татарса Мордыбый, Вятка губернияһы, хәҙер Татарстан Республикаһына инә). Тулы урта белем ала алмай: 1921 йылдан 1924 йылға тиклем мәктәптә уҡый, тик атаһының талабы буйынса мәктәпте ташлай һәм тегенсе эше менән шөғөлләнә башлай. 15 йәшендә яңы ойошҡан «Маркс» совхозына эшкә урынлаша. Һуңыраҡ Хәлитовтар йәшәгән ауыл эргәһендә юл һалыу менән шөғөлләнгән буласаҡ ире Хафиз Ситдиҡов менән таныша. 1930 йылда йәш пар Бохараға (Үзбәк ССРы, хәҙерге Үзбәкстан Республикаһы) күсә һәм никах теркәй. 1933 йылда ғаилә Подольск ҡалаһына күсенеп килә, унда бер аҙҙан Сирень исемле улдары тыуа. 1934 йылда Ситдиҡовтар Өфөгә күсә, әммә ирҙең алкоголизмы арҡаһында ғаилә тарҡала һәм Әдиә улын бер үҙе тәрбиәләй башлай.
1937 йылда ул «Башхудожник» ширҡәтенә ярҙамсы эшсе булып урынлаша, һәм тәҙрә йыуыу менән йыйыштырыу араһында уның тәүге тапҡыр һүрәт төшөрөү тәжрибәһе барлыҡҡа килә. Һуңыраҡ Ситдиҡованы портрет цехына эшкә алалар, унда ул «эталондар» буйынса эш итә, йәғни әҙер өлгөләр буйынса күсермәләр яһай: Совет лидерҙары — Жданов, Ворошилов, Блюхер, Сталин һәм башҡаларҙы төшөрә.
1950-се йылдарҙа ширҡәт янында Рәшит Нурмөхәмәтов етәкселегендәге художество студияһы эшләй башлай, һәм шунда рәссам тәүге тапҡыр цех ҡағиҙәләренән һәм шаблондарҙан тыш һынлы сәнғәт менән шөғөлләнә. Тәүге дәрестәр Ситдиҡоваға ауыр бирелә, ул йәшенән һәм художество белеме булмауҙан ояла, русса насар һөйләшә һәм, ғөмүмән рәсемгә ҡарата ихлас һөйөү тойһа ла, үҙ-үҙенә ышанмаусанлыҡ кисерә. Тыуған ауылына ялға ҡайтып, рәссам әүҙем эшләй, әммә, ауылдаштарының уның шөғөлөнә ҡарата ҙур иғтибарынан тартынып, бары тәҙрәнән күренештәр һәм яңы өҙөлгән ялан сәскәләре менән натюрморттар төшөрә. Тап ошо — рәссамдың һүрәт менән яңыса мөғәмәлә итә башлау һәм үҙен рәссам итеп тоя башлау осорон Әдиә Ситдиҡованың тормошондағы хәл иткес мәл тип билдәләргә була. Уға 46 йәш була.
Ситдиҡованың башланғысына рәссамдар Рәшит Нурмөхәмәтов һәм Александр Пантелеев ҙур ярҙам күрһәтә, улар рәсем менән шөғөлләнеүҙең мотлаҡ икәнен иҫбатлай һәм уның нәфис сәнғәткә һәләте булыуына ышандырырға тырыша. Улар уҡ уны Нестеров музейындағы күргәҙмәлә Александр Тюлькин, Ҡасим Дәүләткилдейев, Әхмәт Лотфуллин, Борис Домашников менән бергә ҡатнашырға ризалата. Күргәҙмәнән һуң уны Краснодар крайындағы «Горячий ключ» ижади дачаһына ебәрәләр. Бында рәссам профессиональ рәссамдар янында үҙен бик уңайһыҙ тоя һәм оҫтаханала эшләүҙән мөмкин тиклем ситләшергә тырыша. Әммә һөҙөмтәлә коллегалары уны шәп колорист һәм натюрморт оҫтаһы тип таный.
Оҙаҡ йылдар дауамында Әдиә Ситдиҡова «Башхудожник»тың һынлы сәнғәт цехында эшләй, дәүләт заказдары үтәү менән шөғөлләнә. Эштән һуң ул өйөнә ҡайта һәм һүрәттәрен төшөрөүҙе дауам итә. Тик 56 йәшендә генә, пенсияға сыҡҡас, ул тотошлай ваҡытын ижадына ғына бағышларға мөмкинлек таба.
Әдиә Ситдиҡова утыҙ йылдан ашыу ижад менән әүҙем шөғөлләнә, һәм был ваҡыт эсендә ул бихисап буяу менән төшөрөлгән һүрәттәр һәм график рәсемдәр ижад итә, Рәсәй һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. Уның ижады тураһында китаптар, мәҡәләләр һәм ғилми хеҙмәттәр яҙалар, фильмдар һәм тапшырыуҙар төшөрәләр. Ул 2000-се йылда Өфөлә вафат була.