ZAMAN MUSEUM яҙыусы авторҙарҙы Башҡоростандағы ҡатын-ҡыҙҙарҙың визуаль сәнғәте тураһындағы тикшеренеү текстарын яҙыу конкурсында ҡатнашырға саҡыра. Тикшеренеү объекттары - ХХ быуат башынан алып бөгөнгө көнгә тиклем эшләгән Башҡортостан территорияһында эшләгән ҡатын-ҡыҙ рәссамдар, уларҙың ижади мираҫы һәм локаль художество сәғнәһенең рәссамдар менән бәйле процестары. Ғаризалар ҡабул итеү маҡсаты - тикшеренеүҙәрҙе стимуллаштырыу һәм регион контексында һәм унан тыш ҡатын-ҡыҙҙарҙың локаль сәнғәтенең күренеүен һәм әһәмиәтен формалаштырыу.
Оригиналь тикшеренеү эштәре ҡарала. Конкурс сиктәрендә һайлап алынған эштәр зинда баҫылып сығасаҡ.
Йәш һәм география буйынса сикләүҙәр юҡ.
Ғаризаға талаптар:- Ғариза биреүсенең резюме-һы
- Авторлыҡ текстары миҫалдары менән портфолио
- Тикшеренеү эшенең тексы (һылтанмалар һәм библиография менән һәммәһе 6000-8000 һүҙ, файл форматы doc/docx)
Файл исемдәре түбәнге форматта булырға тейеш:Фамилия_Исем_Резюме; Фамилия_Портфолио_атамаһы; Фамилия_Исем_текст
Ғаризалар ҡабул итеү датаһы:
дедлайнһыҙҒаризаларҙы zaman.museum@gmail.com электрон почтаһында ебәреү һорала, хаттың темаһы - “Прием заявок Нафиса”. Журнал ғаризалар ҡабул ителә бара формалашасаҡ.Эксперттар тәркибе:Мария Кравцова - куратор, арт-тәнҡитсе, artguide.com сайты шеф-мөхәррире
Ольга Рамаҙанова - “Мираҫ” галереяһының арт-директоры
Шамил Шааев - рәссам, "Нәфисә" проекты кураторы