ҒӘЛИӘ ИМАШЕВА
1919 - 1995
1915 йылдың 17 майында Себерҙең ҙур булмаған Камень ҡаласығында (хәҙер ул Алтай крайының Камень-на-Оби ҡалаһы) мәктәп уҡытыусыһы ғаиләһендә тыуған. Атаһы уның бала сағында уҡ күренеп торған сәнғәт һәләтенә һәр яҡлап булышлыҡ итә. 1921 йылда ғаилә Барнаулға, 1931 йылда Өфөгә күсә, унда рәссам Башҡорт художество училищеһына уҡырға инә һәм 1934 йылға тиклем уҡый. Студент сағында буш ваҡытын йыш ҡына театрҙа үткәрә. Күберәк актерҙарҙың уйыны менән түгел, ә декорациялар менән ҡыҙыҡһына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытта училище тик рәссам-станковистар ғына әҙерләгән. Уның уҡытыусылары Дәүләткильдейев һәм Тюлькин булы, уларҙың йоғонтоһон һуңыраҡ театр декорацияларында күрергә мөмкин. Һуңынан бер аҙ ваҡыт Нестеров бузейында экскурсия алып барыусыһы булып эшләй.

Театрҙа һөнәри эшмәкәрлеген 1935 йылда Баймаҡ колхоз-совхоз театрында башлай. Был бәләкәй генә, шулай ҙа ул йыш гастролдәргә йөрөгән провинциаль театр, һәм рәссамдың декорациялар эшләү өсөн етерлек ваҡыты булмай. Шул уҡ ваҡытта ул барыһын да үҙе эшләй: эскизын да, макетын да, сәхнә өсөн декорацияларҙы ла. Тиҙҙән уның эшенә иғтибар итәләр, һәм уны Башҡорт драма театрына саҡыралар. Уға тиҙ арала спектаклдәрҙе биҙәүҙе ышанып тапшыралар, һәм 1936 йылда уҡ ул Шекспирҙың "Отелло"һын, Буранғоловтың "Башҡорт туйын" һәм Чеховтың "Водевилдәр"ен, 1937 йылда Ибраһимовтың "Башмағым" һәм Фәйзиҙең "Ғәлиәбаныу" спектаклдәрен биҙәй.

Аҙаҡҡы спектакле өсөн премия сифатында Имашеваны театр-декорация сәнғәте менән танышыу өсөн Мәскәүгә ебәрәләр. Бында Симов һәм Дмитриев, Федоровский һәм Рындиндың декорациялары уға айырыуса ҙур тәьҫир яһай. Һуңыраҡ, 1950 йылдарҙа ул, төбәк театрҙары рәссамдары өсөн ижади лабораторияла уҡыған ваҡытында, тап Рындин һәм Федоровский етәкселегендә белем ала.
Һуғыш йылдарында драма һәм опера театры (Өфөлә 1939 йылда асыла) бер ҡыйыҡ аҫтында урынлаша. Имашева музыкаль постановкалар, шулай уҡ кешеләргә фронттан һуңғы мәғлүмәттәрҙе хәбәр итеүсе "ТАСС тәҙрәләре" плакаттарын биҙәй.

1943 йылда ул, ғүмеренә ҡурҡыныс янаһа ла, труппаһы менән Сталинградҡа китә, унда бик күп һүрәттәр эшләй. Бында уҡ ул Башҡорт дивизияһы яугирҙәренең портреттарын төшөрә. Шул уҡ йылда республикаға ҡайтҡас, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре исеменә лайыҡ була. 1944 йылда ире, режиссер Булат Имашев менән бергә колхоз-совхоз театрын ойоштороу өсөн Учалыға ебәрелә. Театр төбәктә иң яҡшыларҙың береһе тип таныла. Әммә 1946 йылда рәссамдың ире ҡапыл вафат була, һәм ул Өфөгә ҡайта.

Декорациялар өҫтөндә эшләгәндә, Имашева эскиздар һәм һүрәттәр генә түгел, шулай уҡ графика һәм һынлы сәнғәттә станок эштәре лә эшләй. Һөнәрендә уның өсөн бик абруйлы Дмитриев, театр рәссамына карьераһының һәр этабында үҙендә һынлы сәнғәт рәссамын һаҡлау һәм үҫтереү мөһим, тип әйтә.

1955 йылда ул "Дядя Ваня" декорациялары өҫтөндә эшләй, шул уҡ йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған эшмәкәре исемен ала. Мостай Кәримдең беренсе башҡорт трагедияһы тип һаналған "Ай тотолған төндә" пьесаһы буйынса спектакле өҫтөндә эш Имашеваның ижадында мөһим этап була.

Ул эшләгән һуңғы спектакль "Әсәләр көтәләр улдарын " тип атала, ул 1975 һәм 1979 йылдарҙа ҡуйыла.

1995 йылда Өфөлә вафат була.