ЗИЛИӘ ҠАНСУРА

1992
1992 йылда Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районының Яңыбай ауылында тыуған. 2004 йылда Ҡ.С. Дәүләткилдейев исемендәге Республика художество гимназия-интернатында уҡый башлай. 2008 йылда Өфө сәнғәт училищеһының һынлы сәнғәт бүлегенә (Сергей Игнатенко оҫтаханаһы), училищенан һуң ГИТИС-ҡа уҡырға инә. 2020-2021 йылдарҙа Иосиф Бакштейндың Хәҙерге заман сәнғәте институтында уҡый, 2022 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем Вена сәнғәт академияһында уҡый.

Төрлө театрҙарҙа, шул иҫәптән Салауат дәүләт башҡорт драма театрында эшләй.

Үҙенең эштәрендә номадизм, тәнлелек һәм деколониаллек темаларын тикшерә.

2022 йылдан алып Венала йәшәй һәм эшләй.

.