ИРИНА ТАРАН
1954
1954 йылдың 13 майында Эстон ССР-ының Кингисепп ҡалаһында тыуған. Уның атаһы хәрби офицер була, әсәһе сауҙа өлкәһендә эшләй. Бала сағында, атаһын Краснодарға күсергәндән һуң, ул сәнғәт мәктәбенә йөрөй башлай. Һуңынан Краснодарҙа Кубань дәүләт университетының художество-график факультетына уҡырға инә, уны 1977 йылда тамамлай. Бында ул буласаҡ ире Михаил Таран менән осраша.
Университетты тамамлағас, дуҫының саҡырыуы буйынса ире менән Өфөгә күсеп килә. СССР тарҡалғанға тиклем рәссам дәүләт художество системаһы эсендә була — мәҫәлән, СССР-ҙың Художество фондына ҡабул ителә, күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, дәүләт заказдарын үтәй. 90-сы йылдарҙа аҡса эшләү маҡсатында урындағы телевидение алып барыусыларының заказдары буйынса керамик муйынсаҡтар эшләй.
Рәссам оҫтаханаһын тормош иптәше Михаил Таран менән бүлешә, улар бергә лә, айырым да эшләй. Ирина Таран керамика, графика, һынлы сәнғәт өлкәһендә эшләй. 2000 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы ағзаһы.
Уның эштәре музейҙар һәм картиналар галереялары йыйылмаларында һаҡлана: М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында (Өфө), Магнитогорск картиналар галереяһында (Рәсәй Федерацияһы, Силәбе өлкәһе).