ЛЮДМИЛА ГОСАЧИНСКАЯ
1949
1949 йылда Борзя ҡалаһында тыуған (әлеге ваҡытта Байкал аръяғы крайы составына инә). 1971 йылда Абрамцев художество-сәнәғәт училищеһын, 1976 йылда  —  Мәскәү юғары художество-сәнәғәт училищеһының монументаль-биҙәү сәнғәте факультетын тамамлай (әлеге ваҡытта С. Г.Строганов исемендәге Рәсәй дәүләт художество-сәнәғәт университеты).
1963 йылдан Өфөлә йәшәй. Училищенан һуң һәм 1977 йылға тиклем "Пролетарий" фарфор заводында (Новгород өлкәһе) эшләй. 1978-1987 йылдарҙа — Башҡортостан ижади-производство комбинаты рәссамы, 1992 йылдан - Өфөләге Башҡортостан керамика заводы скульпторы. 1993 йылдан Иглин ауылында балалар художество мәктәбендә һәм шул уҡ ваҡытта, 2004 йылдан башлап —  Ҡ.С. Дәүләткилдейев исемендәге Республика художество гимназия-интернатында уҡыта.
Башлыса керамикала эшләй, шулай уҡ йәмәғәт киңлектәре өсөн әҫәрҙәр авторы.
Өфөлә йәшәй һәм эшләй.