ЕВГЕНИЯ ЗАХАРОВА 
1944 - 1983
1944 йылда Ульянов өлкәһенең Салаван станцияһында тыуған. 1961 йылда Өфө сәнғәт училищеһының художество бүлегенә уҡырға инә. Үҙенең «Әсәйем портреты» диплом эшен «отлично» билдәһенә яҡлай һәм В.И.Суриков исемендәге Мәскәү художество институтының һынлы сәнғәт факультетына йүнәлеш ала.

1972 йылда институтты тамамлағандан һуң Евгения Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Башлыса натюрморт һәм портрет жанрҙарында эшләй. Байтаҡ күренекле замандаштары портреттарының авторы, мәҫәлән, Әдиә Ситдиҡова, Миләүшә Мортазина, Борис Домашников һәм башҡаларҙың. Уның портреттарында парадлыҡ юҡ, улар бик тотанаҡлы.

1975 йылдан башлап СССР, РФ  һәм БР рәссамдар союзы ағзаһы.

1993 йылда Өфөлә вафат була.