ЕВГЕНИЯ КУДРИНА
1954 - 2021
1954 йылда Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһында инженерҙар ғаиләһендә тыуған. Бала сағы Өфөлә үтә, унда художество мәктәбенә йөрөй. Савицкий исемендәге Пенза сәнғәт училищеһының скульптура бүлеген тамамлай, унан һуң Өфөгә ҡайта һәм бер ни тиклем ваҡыт сәнғәт мәктәбендә уҡыта.
80-се йылдарҙа Евгения Кудрина Переславль-Залесскийҙағы скульптура ижад йортона эләгә, унда уның эштәренең стиле формалаша һәм төп материалы — ағас — билдәләнә. Әммә был ижади билдәләмәгә юл оҙон була, ул үҙен төрлө стилдәрҙә һынап ҡарай һәм төрлө материалдар (керамика, таш, металл) менән эшләй.
90-сы йылдарҙа Мәскәүгә күсә.
Дөйөм алғанда, Евгения Кудринаны Мәскәү рәссамы тип билдәләйҙәр, ул күберәк рус традицияһы — бер үк ваҡытта христиан һәм мәжүси — менән эш итә. Уның эштәренә боронғо славян илаһтарына оҡшаған тәүтормош формалары хас, уларҙа формаларҙың тупаҫлығы образдарҙың тулылығы менән берләшә. Шул уҡ ваҡытта йөҙҙәрҙең һүрәтләнеше һәм уларҙың формаһы менән эшләү рус иконаһы традицияһына яҡынлай. Ул үҙенең бөтә персонаждарын тиерлек "ағас кешекәйҙәр" тип атай. Рәссам йыш ҡына үҙенең скульптураларын боронғо һынташтарға оҡшатып иҫтәлекле һәм символик урындарҙа, асыҡ һауала ҡуя.
Йыш ҡына Төньяҡҡа — Ферапонтовоға һәм артабан Аҡ диңгеҙ яғына йөрөй. Тикшеренеүселәр рәссамдың ижадын ғына ағас менән эшләү традицияһы тарихирәүештә н бик үҫешкән Рус Төньяғы менән бәйләмәй, шулай уҡ биографик яҡтан да — рәссамдың әсәһе Вологда өлкәһенән була.