Ләлә Ғәлиева
1961 - 2020
Ләлә Ғәлиева 1961 йылда Өфөлә тыуа.  1983 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт бүлеген тамамлай (Михаил Назаров оҫтаханаһы).
Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң Ләлә Ғәлиева 10 йыл тирәһе живопись һәм графика менән шөғөлләнә. Рәссамдың хәтерләүенсә, уның тәүге эштәре төрлө аллегорияларға тулы була (мәҫәлән, маһайыу аллегорияһы, енси нәфсе аллегорияһы һ.б.), был донъяға тәнҡит күҙлегенән ҡараған эштәр булған. Рәссам үҙе был методты бәғзе бер рухи эҙләнеү тип билдәләгән. Рухилыҡ, үҙ-үҙеңде өйрәнеү һәм тәғәйенләнеш темаһы уның ижадында мөһим роль уйнай. Шул уҡ ваҡытта мистика сығанағы булып уның эштәрендә символикаларын осратырға мөмкин булған төрлө диндәр тора.

Көнсығыш мәҙәниәте һәм фәлсәфәһе Ләлә Ғәлиеваның өлгөргән ижадында үҙәк урынды биләй һәм һынлы сәнғәттән керамикаға һәм скульптураға күсеүен билдәләй. Йәш сағынан ул көнсығыш әҙәбиәтен күп уҡый (мәҫәлән, 16 йәшендә үк Конфуций текстары менән таныш була), ә өлкәнерәк йәшендә (2002 йылдан алып) Һиндостанға йыш йөрөй, унда неоиндуизм дини гуруһы, Сатья Саи Баба исемле свами менән аралаша. Тап шул ваҡытта Ләлә Ғәлиева керамика менән етди шөғөлләнә башлай. 10 йыл дауамында ул үҙәк идеяһы кешелекте берләштереү булған "Архаика" тәүге керамик коллекцияһы өҫтөндә эшләй. Һуңғараҡ башҡа коллекциялар ҙа барлыҡҡа килә:  «Метафизик»  —  рух эҙләү тураһында,  «Культ»   —  көнсығыш уҡытыусыларына хөрмәт һәм рәхмәт мәдхиәһе.

2020 йылда Өфөлә донъя ҡуя.