1992 йылда Өфөлә тыуа. Юғары белемде Башҡорт дәүләт университетында ала (география факультеты, геология кафедраһы).
2015 йылдан башлап фэшн фотография, стилләштереү һәм съемкаларҙы просюдерлау менән әүҙем шөғөлләнә. 2016 йылда Мәскәүгә күсеп китә. “Гараж” хәҙерге заман сәнғәте музейында эшләй, “Форма” фестивален ойоштороу менән шөғөлләнә, 25Кадр галереяһында ассистент була. 2019 йылда Родченко мәктәбенә Сергей Братков оҫтаханаһына, 2022 йылда - Сержи-Париж Милли сәнғәт мәктәбенең магистр программаһына уҡырға инә.
Нәфис практикаһында Алина Измайлова тормош камилһыҙлығының дәлилдәрен тикшерә, рәссам уларҙы яңынан уйлап сығара йәки улар араһындағы күҙгә күренмәгән бәйләнештәрҙе таба: табылған һәм танып булмаҫ хәлгә килгән объекттар йәки элементтар, ҡулланылған йәки көнкүреш предметтары менән эш итә. Алинаның эштәрендә “шиғри” тип билдәләп булған күп нәмә табып була - ул форма һәм билдәләнештәрҙең эфемерлығын, китеп, юғалып барғанлығын дәлилләгән ыуалыусан билдәләр системаһы.
Парижда йәшәй һәм эшләй.