Архангельск өлкәһенең Игумновский ауылында тыуған. 1948 йылда Красноярск фармацевтика техникумын тамамлай, унан һуң БАССР-ға күсеп килә.
Стәрлетамаҡта ул ваҡытта төҙөлөштә эшләп йөрөгән Александр Шутов тигән егет менән таныша. Ул әүәләү менән, ә Дубровина һүрәт төшөрөү менән мауыға. Тиҙҙән улар өйләнешәләр һәм Салауатҡа күсеп киләләр, унда Дубровина дарыуханала эшләй. 1963 йылда ғаилә Өфөгә күсә.
Һуңыраҡ Дубровина ире эшләгән скульптура оҫтаханаһында уҡый башлай. 1974 йылда "Рәмил" тигән скульптура портретын тәүге тапҡыр халыҡ араына сығара.
Рәссамдың моделдәре , ҡағиҙә булараҡ, уға яҡындан таныш кешеләр, уларҙы ул аңлай һәм тоя. Ул керамиканы өҫтөн күрә, уның фекеренсә, төҫ менән эшләү мөмкинлеге (металл тоҙҙары һәм ҡушылмалар йәки яндырыу вариацияһы ярҙамында) уның ниәттәренә күберәк тап килә.
Рәссамдың ҡайһы бер эштәре — мәҫәлән, "Йыр" статуэткаһы — Октябрьский фарфор заводының күпләп етештереү планына индерелә.
2008 йылда рәссамдың ире Александр Шутов вафат була, 2009 йылда ул Краснодар ҡалаһына күсеп китә. 2010 йылда донъя ҡуя.