Клара Тайганованың исеме ғүмере буйы йәшәгән Балыҡлы ауылынан ситтә аҙ билдәле. Ҙур ҡаланың мәҙәни контексынан айырымлыҡ уның ижади юлын һәм художество методын уғата ҡыҙыҡлы итә. Тайганованың һынлы сәнғәт өлгөләрен «наив сәнғәт» тип билдәләргә мөмкин. Йәғни, был ихласлыҡтан, темаларҙа, сюжеттарҙа, һынланышта интуицияға таянып эш итеүҙән, профессиональ оһоллоҡ булмауҙан ғибәрәт булған сәнғәт төрө. Әммә бындай сәнғәттең төп һыҙаты — ул эскерһеҙ рәүештә үҙ-үҙеңде асырға тырышыу. Барлыҡ был үҙенсәлектәрҙе Тайганованың һынлы сәнғәт әҫәрҙәрендә табырға мөмкин, әммә уның ижади тормошо һүрәттәрҙән генә тормай, ә күпкә киңерәк һәм ҡыҙыҡлыраҡ.
Клара Парферьевна Тайганова 1946 йылда Башҡорт АССР-ның Балыҡлы тип аталған татар ауылында тыуа. Ғаиләлә унынсы бала була, ауыл урта мәктәбендә 8 класс белем ала. 1964 йылда кейәүгә сыға. Шул уҡ йылда Баҡалы емеш-еләк совхозына эшкә урынлаша һәм ауыл хужалығы культуралары үҫтереү менән шөғөлләнә, тик, 13 йыл эшләгәндән һуң, һаулығы арҡаһында эштән китә.
Һеңлеһе Маргарита Парферьевна һөйләүенсә, Клара һәр ваҡыт һынлы сәнғәткә һәләте һәм хыялдарға бай булыуы менән айырылып тора. Әммә уның актив ижади тормошо 46 йәшендә генә, ауылдаштары ярһҙамы менән Клара Парферьевнаның Яңы Балыҡлы ауыл мәҙәниәт йортоноң етәксеһе булараҡ эшкә төшкәс кенә, башлана (эшләп йөрөгән ваҡытында, 90-сы йылдаҙың тәүге яртыһында ул Стәрлетамаҡ художество училищеһының режиссер (?) бүлеген тамамлай. Мәҙәниәт йортонда эшләгән йылдарында ул гармунда һәм ауыҙ гармунында уйнай башлай, шиғырҙар яҙа, байрам саралары һәм спектаклдәрҙе биҙәй, «Нур» драма түңәрәге, фольклор таҡмаҡтары һәм керәшен татарҙарының автор йырҙарын (шул иҫәптән Клара Тайганованыҡын да) башҡарған, шулай уҡ боронғо йолалар һәм халыҡ традицияларын өйрәнгән «Туганайлар» фольклор төркөмө менән етәкселек итә.
90-сы йылдар башынан бирле Клара Тайганова шулай уҡ һүрәт төшөрөү менән дә актив шөғөлләнә. Инглиз телен уҡытҡан һеңлеһе Маргаританың һорауы буйынса уның класс бүлмәһен яҙыусылар — Даниэль Дефо, Льюис Кэрролл, Марк Твен, Агата Кристи (был портрет экспозицияла күрһәтелгән) портреттары менән биҙәй. Мәҙәниәт йорто эштәренән буш сағында ауылдаштарының портреттарын эшләй һәм, ғәҙәттә, үҙҙәренә үк бүләк итә. Пейзаж жанрына мөрәжәғәт итеп, тыуған ауылы күренештәрен башҡара («Исемһеҙ. Ҡайындар һәм ҡоштар менән пейзаж», экспозицияла ҡуйылған) һәм милли темалар менән эш итә («Салауат», экспозицияла ҡуйылған).
Клара Тайганова эш өсөн ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе ҡуллана: һүрәт төшөрөр өсөн киндер урынына ағас, фанера йәки ДСП ҡуллана, ниндәй буяуҙар менән төшөргәне билдәһеҙ, тик уларҙың төҫ һаны бик сикле икәне күренеп тора. Битлектәрҙе (экспозицияла бар) лә ҡул аҫтында булған әйберҙәрҙән эшләй: туҡыма һәм тире киҫәктәре, эшкәртелмәгән ағас элементтары, ҡағыҙ.
Тыуған ауылы Балыҡлыла 2017 йылда донъя ҡуя.