ТАМАРА НЕФЕДОВА (РЫБЧЕНКО)
1951 - 2005
Чита өлкәһе Байкал аръяғы районының Хадабулак станцияһында тыуған. Тиҙҙән Өфөгә күсеп килә һәм ғүмере буйы бында йәшәй.
1972 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. 1986 йылда Мәскәү полиграфия институтының баҫма продукцияны художестволы-техник биҙәү факультетында махсус белем ала (хәҙер —  Мәскәү дәүләт матбуғат университеты).
Журналистика өлкәһендә күберәк билдәле. 1973 йылдан башлап оҙаҡ ваҡыт "Вечерняя Уфа" гәзитендә эшләй, унда ул башта рәссам булараҡ килә һәм штаттағы фотохәбәрселәрҙең аҡлы-ҡаралы фотоһүрәттәрен ретушлай, заставкалар төшөрә. Шулай уҡ гәзит биттәрендә үҙе төшөргән Өфө һүрәттәрен баҫтыра.
Унда ғәжәйеп рәүештә бер-нисә һөнәр эйәһе һыйыша: бер аҙҙан рәссам ҡала тураһында очерктар яҙа башлай. Абруй ҡаҙанған тыуған яҡ өйрәнеүсеһе булараҡ, ул ҡала тыуған яҡты өйрәнеү гәзите сығара һәм мөхәррирләй, Өфөнөң 3-сө гимназияһы («Мариинка» булараҡ билдәле) һәм Гостиный двор тураһында китаптар яҙа.
1978 йылдан СССР (РФ) Журналистар союзы ағзаһы. 1995 йылдан Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы ағзаһы. 1987 йылдан республика, зона, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.
1995 йылда Өфөлә вафат була.
2021 йылда рәссамдың тыуыуына 70 йыл тулыу айҡанлы "Аксаковтың тыуған яғы" китабы баҫылып сыға. Китапта төп урынды "Пляска Святого Витта" повесы биләй (тәүге баҫмаһы - 1992), авторҙың ниәте буйынса ул "Аксаковтың тыуған яғы"  тигән ҙур проекттың бер өлөшө булырға тейеш була, әммә ул тулыһынса тормошҡа ашырылмай ҡала. Шулай уҡ бында  «Гостиный двор» (1999) һәм «Мариинка» (2000) китаптары инә.