ӘЛИӘ ХАНСЕН
1981
1981 йылда Ишембайҙа тыуған. 13 йәшенән урындағы сәнғәт мәктәбенә йөрөй башлай. Мәктәпте тамамлағандан һуң (1996 йыл) Өфө сәнғәт училищеһына, һуңынан Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтына театраль-декорацион рәсем сәнғәте бүлегенә уҡырға инә, уны 2008 йылда тамамлай. Һуңғы курстарҙа уҡыған саҡта рәссам кейәүгә сыға һәм Копенгагенға күсеп китә. 2011 йылда Венеция биенналеһында төркөм проектында ҡатнашыусыларҙың береһе була.

Рәссам институттың һуңғы курстарында, үҙен академик мәктәп сиктәрендә тығыҙ һәм ирекһеҙ тоя башлағас, абстракция менән эш итә башлай. Абстракцияға юл фигуратив рәсем аша үтә, йәғни рәссам башта форманан сығып эш итә. Әлиә Хансен өсөн конкрет образдар, йәнле ваҡиғалар, ниндәйҙер тактиллек һәм визуаллек, абстрактлыҡа, һүрәттең төҫ таптарына һәм һыҙыҡтарына сублимацияланған эмоциялар мөһим.

Копенгагендан ҡайтҡас, төрлө театрҙарҙағы проекттарҙа рәссам-сценограф булып эшләй. Рәссам ҡатнашҡан тәүге постановка - "Нур" театрында балалар әкиәте, шулай уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры өсөн эшләй. Костюмдар буйынса рәссам сифатында ла эшләй — мәҫәлән, «Наган»  (2016),  «Отряд «Таганок» (2021) фильмдарында. "Заманса башҡорт операһы лабораторияһы" масштаблы проекты өсөн (кураторы А. Абдразаҡов) бөтөн конкурс эштәре өсөн сценография һәм костюмдар эшләй.

Бөгөнгө көндә Өфө һәм Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй.