ХАННА ДАНИЛИНА
1999
1999 йылда Өфөлә тыуған. Рәссамдың атаһы бизнес менән шөғөлләнә, әсәһе — бухгалтер. Бала сағынан ижад менән шөғөлләнә, 6 йәшенән һынлы сәнғәт студияһына, 10 йәшенән — Өфөнөң 2-се сәнғәт мәктәбенә йөрөй. Һуңынан Борис һәм Ольга Самосюк оҫтаханаһында шөғөлләнә, унда көнөнә 8-10 сәғәт эшләй һәм төрлө техникалар өйрәнә. 15 йәшендә Өфө сәнғәт училищеһына уҡырға инә, унда Георгий Калитовтан рәсем сәнғәте өйрәнә.
2014 йылдан алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша һәм уларҙы ойоштора башлай: Облака хәҙерге заман сәнғәте үҙәгендә (2014), "Мираҫ" галереяһында "Ҡыҙыл альбом" (2016) һ. б.
2019 йылда Мәскәү хәҙерге заман сәнғәте музейы эргәһендә "Ирекле оҫтаханалар"ҙа уҡый, "Шалом" йәһүд театрының арт-директоры булып эшләй.
2022 йылдан Португалияның «ArCo» сәнғәт һәм визуаль коммуникациялар үҙәгендә һынлы сәнғәт бүлегендә уҡый.
Ковид пандемияһы ваҡытында 3D-сәнғәт менән мауыға һәм әлеге ваҡытта был йүнәлештә әүҙем үҫешә.
Портуҙа йәшәй һәм эшләй.