«Һигеҙенсе март. 1954/2025»
———————————————————
21 февраль — 21 апрель
ZAMAN MUSEUM
Рәссамдар: Миләүшә Абайҙуллина, Валерия Богдан, Юлия Ғәлиәкбәрова, Алһыу Диваева, Лидия Кириллова, Ксения Нестеренко, Динара Рыҫкилдина, Гөлнара Самойлова, Тамара Ситникова, Әлиә Хансен, Анна Чечкина.
«Һигеҙенсе март. 1954/2025» күргәҙмәһе 1954 йылда Өфөлә үткән, ҡатын-ҡыҙ рәссамдарҙың эштәренән торған һәм, исеменә ҡарағанда, Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған күргәҙмәне өр-яңынан аңлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Беҙҙең проект ZAMAN MUSEUMда 2023 йылда үткәрелгән «ҠАРШЫЛАШЫП» күргәҙмәһенә әҙерлек барған ваҡытта Гөлназ Ғәлиева тапҡан аҙ һанлы архив материалдарынан сығып эш итә. Әммә 1954 үткән күргәҙмә тураһында мәғлүмәттәребеҙ бик әҙ: совет ҡатын-ҡыҙ рәссамдарының 10 исеме, ҡыҫҡа биографик белешмәләр, баһалама китабындағы комментарийҙар, эштәрҙең исемдәре һәм уларҙың бер-нисә һүрәте. Был Башҡортостанда фәҡәт ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған тәүге күргәҙмә булыуы ла ихтимал.
1954 йылдағы «ҡатын-ҡыҙҙар күргәҙмәһе» ниндәй булған, рәссамдарҙы нимә тулҡынландырған, улар әҫәрҙәрендә нимә тураһында һөйләй алғандар йәиһә тейеш булғандар, урындағы художество сәхнәһенә улар ниндәй кимәлдә интеграцияланған, дөйөм алғанда, улар ниндәй булған? Һәм иң мөһиме — 2025 йылда беҙ үҙебеҙгә был һорауҙы биреп, уға ниндәй яуап ҡайтара алабыҙ?
ZAMAN MUSEUM 10 замандашыбыҙға, бер-береһенән ныҡ айырылған нәфис тәжрибәгә эйә булған, төрлө быуын вәкилдәрен тәшкили иткән ҡатын-ҡыҙ рәссамға ошо һорауҙарға яуап эҙләргә тәҡдим итте. Ике тарихи ҡатлам — совет заманындағы һәм бөгөнгө Башҡортостан — араһында хәрәкәт итеп, улар килеп сыҡҡан билдәһеҙлек бушлыҡтарын тултырырға ынтыла, һәм, аҙ һанлы табылған материалдарға таянып, үткәндең тоноҡ бөртөктәрендә бөгөнгөнө күреү генә түгел, киләсәкте лә күҙалларға тырыша. Совет заманындағы рәссамдар менән диалог төҙөү барышында улар барлыҡҡа килгән художество-заман киңлеген тикшерә һәм уның өлөшөнә әйләнгән эстетик, мәғәнәүи һәм идеологик айырымлыҡтар/бәйләнештәрҙе аңларға ынтыла. 71 йыллыҡ бәйләнеште барлыҡҡа килтергән ваҡытта, уларҙың һәр береһе ике ваҡыт үлсәмендә фекер йөрөтә.
Беҙ «Һигеҙенсе март. 1954/2025» күргәҙмәһендә ҡатнашыусыларға үҙҙәренә «әңгәмәсе» итеп 1954 йылғы күргәҙмәнең бер ҡатнашыусыһын һайларға тәҡдим иттек. Эштәрен ижад иткән ваҡытта улар тикшереү өҫтөндәге күргәҙмәләге эштәрҙең исемдәренән, визуаль сәнғәттең бөгөнгө заман һәм совет осорондағы жанр үҙенсәлектәренән, «ҡатын-ҡыҙ рәссам» булыуҙың нимә аңлатҡанын аңлауҙан, совет ҡатын-ҡыҙ рәссамдарының биографияһынан һәм хатта улар менән туғанлыҡ бәйләнештәренән сығып эш итә. Беҙ аңлы рүештә төрлө техникала эшләүселәрҙе саҡырҙыҡ: бер яҡтан, был эксперимент, икенсе яҡтан — төрлө техникалағы эштәр тәҡдим ителгән һәм төрлө быуын рәссамдары осрашҡан (мәҫәлән, Мария Елгаштинаға күргәҙмә барған ваҡытта 81 йәш була, ә Тамара Нечаеваға — 31) 1954 йылдағы күргәҙмәнең логикаһына тап килтереү.
1954 йылдағы күргәҙмәне өйрәнеү сиктәрендә беҙ шулай уҡ яҙыусы авторҙар өсөн лаборатория үткәрҙек. Ҡатнашыусылар яҙған текстар март айында ZAMAN MUSEUMда тәҡдим ителәсәк зинда баҫыласаҡ.
Күргәҙмә һәм лаборатория — Башҡортостан Республикаһында ХХ быуат башынан бөгөнгө көнгә тиклемге ҡатын-ҡыҙҙар сәнғәтен өйрәнгән «Нәфисә» проектының бер өлөшө. Әлеге ваҡытта «Нәфисә» проекты онлайн лекциялар курсын, архив, күргәҙмә проекттарын һәм лаборатория эшен туплай. Проект тураһында nafisa.site сайтында күберәк белергә мөмкин.
Проект эшен башҡарҙылар:
Куратор: Шамил Шааев
Юлдаш: Мария Сарычева
Архив менән эш итеү: Гөлназ Ғәлиева
Менеджер: Диана Шәрипова
Экспозиция: Динара Рыҫкилдина
Дизайн: Раил Әминов
Мөхәррир: Андрей Королёв
Тәржемә: Таңсулпан Бураҡаева
Аныҡ текст: Лада Талызина
Монтаж: Азат Мифтахов
Медиаторҙар: Анна Кондрашова, Алёна Мельникова, Нурзилә Мөлөкова, Диана Шәрипова
Юрист: Марина Слабоденюк
Проектты үҫтереү: Алиса Красноярская
Социаль селтәрҙәр: Анита Ғиззәтуллина, Алина Ширяева
Продюсер: Әлиә Әхмәҙуллина
Лабораторияла ҡатнашыусылар һәм зин текстарының авторҙары: Альбина Ғизетдинова, Анастасия Ғүмәрова, Анжелика Вигуляр, Валерия Богдан, Валерия Наймушина, Диана Ғәбитова, Жанар Туякпаева, Иван Сапогов, Павел Головко́, Элина Ғөбәйҙуллина, Ярослава Лезина.
Күргәҙмәне ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән өсөн Марат Әхмәтшинға, Раиса Кузяковаға, М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейына, БР милли архивына, Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт драма театры, Өфө сәнғәт училищеһына.