ЛИНА ПО
(ПОЛИНА ГОРЕНШТЕЙН)
1899- 1948
Полина Горенштейн 1899 йылда Екатеринослав (хәҙер Днепр) ҡалаһында тыуған. Лина По  —  исеменән алынған сәхнә псевдонимы.

Бала сағында хореография менән шөғөлләнә һәм шул уҡ ваҡытта скульптура дәрестәре ала. Мәктәпте тамамлағандан һуң Харьковтағы Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курстарына уҡырға инә, әммә тиҙ арала уларҙы ташлап, Мәскәүҙәге ВХУТЕМАСҡа уҡырға инә. 1924 йылда хореография оҫтаханаһын тамамлай, бейеүҙәр ҡуйыусы-режиссер дипломы ала. Артабанғы 10 йылда төрлө театрҙарҙа бейей, уҡыта һәм балетмейстер булып эшләй. 1934 йылда Лина По грипп фонында барлыҡҡа килгән энцефалит менән неврология клиникаһына эләгә. Ауырыу тәүге көндәрҙән үк насар боролош ала, һөҙөмтәлә Лина По күреү һәләтен юғалта. Дауалаусы табип Дмитрий Шамбуров уға икмәктән һындар әүәләргә кәңәш бирә, был рәссамдың күләмле формалар менән эшләү практикаһына кире ҡайтыуына сәбәп була. Шунда уҡ, дауаханала, ул беренсе скульптураһын эшләй һәм уны "Вероника" тип атай.

1937 йылда  —  клиниканан сыҡҡандан һуң бер йылдан да үтмәй  —  уның әҫәрҙәренең шәхси күргәҙмәһе үткәрелә.

Уның әүәләү процесы скульпторҙың традицион эш алымдарынан айырыла. Ул скульптураны аҫтан өҫкә алып бара, бер ҡулы менән форма булдыра, икенсеһе  менән  дөйөм пропорцияларҙы һәм өлөштәрҙең нисбәтен тикшерә.

1941 йылдың авгусында булһа кәрәк, Лина По  Мәскәүҙән Өфөгә килә. Оҙаҡ ваҡыт эшен практикалай алмай — ауырыу өйәнәктәренең йыш ҡабатланыуы арҡаһында ғына түгел, ә, тәү сиратта, эш өсөн материалдың булмауы арҡаһында. Рәссамдың тормош шарттары уның Михаил Нестеров менән хат алышыуынан билдәле, ул, 1942 йылдың октябрендә вафат булғанына тиклем рәссам ҡатындың художестволы яҙмышы менән ҡыҙыҡһына һәм йылы һүҙҙәре менән ярҙам итә.

1942 йылда Башҡорт опера театрында "Ватан өсөн" республика художество күргәҙмәһе асыла, унда урындағы рәссамдар менән бергә Мәскәүҙән Тавасиев, По, Варновицкая һәм башҡалар ҡатнаша.

Һуғыш ваҡытында көнүҙәк темаға эштәр ижад итә. Шулай итеп, Ватанды һаҡлаусыларға арналған "Йәш снайпер" циклы барлыҡҡа килә.

1948 йылдың ноябрендә Лина Михайловна операцияға ятырға мәжбүр була, унан һуң  — 26 ноябрҙә  —  вафат була.