ВЕРА МОРОЗОВА
1903 - 1990
Вера Георгиевна Морозова башҡорт скульптура мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булып иҫәпләнә, тап уның эштәренән М.В.Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейының башҡорт скульптуралары йыйылмаһы туплана башлай. Рәссам ғүмеренең күп өлөшөн Башҡортостанда йәшәй — 1937 йылдан 1990 йылға тиклем, әммә быға тиклем ул йыш күсенеп йөрөй. Ул 1903 йылда Байҡал аръяғы өлкәһендә мещандар ғаиләһендә тыуа, дүрт йыллыҡ белемде Силәбелә ала. Бер-нисә йыл Златоустта йәшәй — ире Александр Моррисонды туберкулездан дауалай, 1931 йылда ире һәм ҡыҙы Нелли менән Таганрогҡа күсә, сөнки Александрҙы «Таганрогская правда» гәзитенә баш мөхәррир итеп билдәләйҙәр. Биш йылдан Александр революцияға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнә һәм хат алышырға хоҡуҡһыҙ ҡулға алына — был ул ваҡытта атыу тигәнде аңлата. 1937 йылдың авгусында Вера Георгиевна «халыҡ домшаны»ның ҡатыны булараҡ Башҡорт АССР-ның Баҡалы ауылына һөргөнгә ебәрелә.
Рәссамдың ҡыҙы Нелли Морозова «Минең Диккенсты һөйөүем» хәтирәләр китабында яҙыуынса, Вера Георгиевна Баҡалыға килгәндең тәүге көндәренән үк төрлө дәүләт инстанцияларына уны Өфөгә күсереүҙәрен һорап мөрәжәғәттәр яҙа. Ул үҙенең скульптура менән шөғөлләнергә тейешлеген, ә Баҡалыла уның бер кемгә лә кәрәкмәүе тураһында яҙа. Һәм тиҙҙән ул теләгәненә өлгәшә — уны Өфөгә күсерәләр, ул ваҡытта уның әсәһе шунда күсеп йәшәй башлаған була. Тәүге ваҡыттарында рәссам ҡыҙы һәм әсәһе менән тимер юл вокзалына ҡарай тау битенән үткән Дзержинский урамында йәшәй, аҙағыраҡ — Крупская урамы буйынса 32-cе йортта, В.И.Ленин йорт-музейынан алыҫ булмаған урында йәшәй.
Вера Георгиевнаға скульптура менән шөғөлләнергә мөмкинлек тиҙ генә асылмай. Тәүҙә ул «Культизделия» (1938) һәм «Швейгалантерея» (1940-1943) артелдәрендә сигеүсе булып эшләй. Был йонсоу һәм аҙ түләнелгән эш була. Нелли Морозова әсәһенең хәлен ошолай һүрәтләй: «Көн һайын ул үткәндәрен, хәтерен юя бара: ул бер ҡасан да яратмаған, скульптор булмаған, дуҫтары ла булмаған. Ул — тыйнаҡ сигеүсе, үҙенең ваҡ эше менән ҡыҙын һәм әсәһен аҫрай. Һәр ваҡыт шулай булған. Тормошонда башҡа бер нәмә лә булмаған». Тәрән кризис кисергән Вера Морозова психиатрға мөрәжәғәт итә, уныһы ҡайтанан сәнғәт менән шөғөлләнә башларға тәҡдим итә — шулай итеп уның тормошонда йәнә скульптура пәйҙә була.
1944 йылда Вера Морозова Рәссамдар союзына инә, региональ һәм Бөтә союз күргәҙмәләрендә, республиканың ижади тормошонда һәм үҙен уратҡан, ярҙамға һәм кәңәшкә мохтаж бихисап кешеләрҙең яҙмыштарында әүҙем ҡатнаша башлай. Һуңыраҡ ул Крупская урамында урынлашҡан мезонинлы йортҡа күсә, аҫҡы ҡатында оҫтахана яһап ала, ә мезонины йәшәй торған урын була. Рәссам бында 70-се йылдарҙың аҙағына тиклем йәшәй.
Вера Морозова күберәк портрет жанрында эшләй. Күргәҙмәлә телгә алынмаған әҫәрҙәре араһында киләһе ижади эштәрҙе билдәләп китергә мөмкин: «А.П.Чехов» (1934, Таганрогтағы Чехов йортоноң ихатаһында урынлаштырылған), «Максим Горький» (1935, Таганрог), «Ленинград ҡыҙы» (1945, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһында), «Ғималетдин Минһажев портреты» (1947, М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы йыйылмаһында), «Шахтерҙар» (1958, Сибай, Ҡарағанда һәм Күмертауҙа ҡуйылған). 60-сы йылдар аҙағында дәүләт заказы буйынса Владимир Ленинға һәйкәл өҫтөндә эш алып бара, әммә был эш тамамланмай ҡала. 70-се йылдарҙан башлап рәссамдың ижади эшмәкәрлеге һүлпәнәйә, һуңғы йылдарында ул йыш ауырый. 1990 йылда Өфөлә донъя ҡуя.