ГӨЛНАРА САМОЙЛОВА

1964
1964 йылда Өфөлә тыуған. Мәктәпте тамамлағандан һуң "Башфото-Нур" фотосалонында накатчица булып эшләй: фотоһүрәттәрҙе йыуа, ҡырҡа, бүлә һәм уларҙы Өфө фотосалондары буйлап тарата. Һуңыраҡ шулай уҡ фотография менән эш итә — фотолаборатория лаборанты, студия фотографы, балалар студияһында уҡытыусы сифатында (1986-1992).

Гөлнара Самойлова Башҡортостандағы тәүге ҡатын-ҡыҙ-фотограф һәм фоторәссам була. Ир-ат коллегалары йыш ҡына уның яланғас төшөүен һорай — был йыш ҡабатланған үтенестәргә яуап итеп ул үҙе лә яланғас ир-аттарҙы төшөрә башлай. Был һүрәттәр 90-сы йылдарҙа Гөлнараға тиҙ арала танылыу килтерә.

1992 йылда рәссам тағы 14 фотограф менән бергә АҠШ-ҡа күсмә күргәҙмәгә бара, һөҙөмтәлә ул унда ҡалырға була. Оҙаҡ ваҡыт ул "Associated Press" агентлығының фотолабораторияһында эшләй, унда ретушлау һәм архив тергеҙеү менән шөғөлләнә.

Гөлнара Самойлова 2001 йылдың 11 сентябрендәге Нью-Йорк фажиғәһенең документаль хроникаһы авторы. Был кадрҙар тарихи хроника, ул ваҡиғаларҙың төп фотодокументы статусы ала. Улар өсөн рәссам байтаҡ премиялар, шул иҫәптән иң абруйлы «World Press Photo» премияһын ала.

Әлеге ваҡытта Гөлнара урам фотолары менән шөғөлләнә. 2017 йылдан «Women Street Photographers» проектын алып бара — был ҡатын-ҡыҙ-фотографтарға төрлө һөнәри мөмкинлектәр һәм ярҙам бирә торған платформа һәм берләшмә. Шулай уҡ Гөлнара Самойлова бөтә донъя буйлап оҫталыҡ дәрестәре бирә һәм уҡыта.

Нью-Йоркта йәшәй һәм эшләй.

https://www.gulnara.com/