ҠАРШЫЛАШЫП күргәҙмәһе Башҡортостан республикаһының профессиональ художестволы белем алмаған һәм/йәки ижади юлын ХХ быуатта урта йәштәрендә башлаған ҡатын-ҡыҙ рәссамдарына бағышлана. Совет заманында академик белем һәм Рәссамдар союзында ағза булыу профессияға инеү өсөн мотлаҡ шарт булып тора, әммә был юл бөтәһенә һәм һәр ваҡыт асыҡ булмаған. ХХ быуаттың тәүге яртыһында, репрессиялар, һуғыш һәм аслыҡ ваҡытында белем алыу түгел, иҫән ҡалыу мәсьәләһе ҡәтғи торған. Аҙағыраҡ, тыныс ваҡытта, белем алыу системаһы сағыштырмаса асыҡ була, әммә сәйәси, социаль һәм шәхси сәбәптәр арҡаһында сәнғәт менән шөғөлләнә алмаған ҡатын-ҡыҙҙар категорияһы ҡала килә.

Беҙ, тулы һәм эҙмә-эҙлекле рәүештә уңышҡа ирешкән — белем алыу урындарынан алып шәхси музей күргәҙмәләренә тиклем — «ҙур рәссамдар» категорияһынан ситләшергә тәҡдим итәбеҙ. Киреһенсә, беҙҙең проект — билдәле һәм билдәле булмаған рәссам ҡатын-ҡыҙҙар тормошоноң һәм ижадының күренеп бармаған эпизодтарын яҡтыртып, «һоро» зоналар табырға, үткәндәрҙең һыҙланыу нөктәләрен билдәләп, ваҡыт төпкөлөнә иғтибарлыраҡ ҡарарға тырышыуҙан ғибәрәт.

Иғтибарыбыҙ үҙәгендә дүрт рәссам ҡатын: Вера Георгиевна Морозова, Әдиә Хәбибулла ҡыҙы Ситдиҡова, Клара Парферьевна Тайганова һәм Фәниә Акрамовна Шевчук. Һәр береһе, рәссам булыр һәм үҙен рәссам булараҡ ҡабул итә башлар өсөн, төрлө ҡаршылыҡтар йырып, тормош ваҡиғаларына һәм «аңлайышлы» сценарийҙарға ҡаршы тороп, үҙенә генә хас тәжрибә туплай. Мәҫәлән, Вера Морозова Өфөгә сәйәси репрессия һөҙөмтәһендә «халыҡ дошманы» ҡатыны булараҡ килеп эләгә, әммә башҡорт скульптура мәктәбенә нигеҙ һалыусыларҙың береһенә әйләнә. Әдиә Ситдиҡова байтаҡ ваҡыт тегеүсе булараҡ көн күрә, тик осраҡлы рәүештә художество комбинатына ярҙамсы булып урынлаша һәм шунда үҙендә һәләт аса. Клара Тайганова ғүмер буйы Балыҡлы ауылында йәшәй һәм совхозда эшләй, тик ҡырҡ ике йәшендә мәҙәниәт йорто етәксеһе булып китә, һүрәттәр төшөрә һәм спектаклдәр биҙәй башлай. Фәниә Шевчук ғүмеренең байтаҡ йылдарын ҙур ғаиләһенә, өс бала тәрбиәләүгә бағышлай һәм шул уҡ ваҡытта үҙаллы төшөрә, тик художестволы белемде тик ҡырҡ һигеҙ йәшкә еткәс кенә ала.

Беҙ төрлө сығышлы, төрлө милләтле, һынлы сәнғәт өлкәһендә һәм киң публикала төрлө кимәлдә билдәлелек яулаған дүрт рәссам ҡатын тураһында бәйән итергә булдыҡ. Һис шикһеҙ, бик күп ҡатын-ҡыҙ рәссамдар хикәйәләүебеҙҙән ситтә тороп ҡалды, һәм беҙ, ваҡыт үтеү менән, был бушлыҡты тултырырбыҙ, тип уйлайбыҙ.

ҠАРШЫЛАШЫП күргәҙмәһе — Башҡортостан республикаһы территорияһында ХХ быуат башынан бөгөнгө көнгә тиклем ҡатын-ҡыҙ визуаль сәнғәтен өйрәнеүсе «Нәфисә» тигән ҙур проекттың бер өлөшө. Бөгөнгө көндә «Нәфисә» ZAMAN MUSEUM youtube-каналында ҡарап булған лекциялар курсынан, яҙыусы тикшеренеүселәр өсөн опен-коллдан һәм күргәҙмә проекттарынан тора. «Нәфисә» проекты менән төптәнерәк nafisa.site сайтында танышырға була.

Вера Георгиевна Моозова
Әдиә Хәбибулла ҡыҙы Ситдиҡова
Клара Парферьевна Тайгнова
Куратор: Шамиль Шааев
Исследование и работа с архивом: Гульназ Галеева
Менеджер: Анита Гиззатуллина
Дизайн: Раиль Аминов
Перевод: Тансулпан Буракаева
Экспозиция: Динара Рыскильдина

Благодарим за помощь в организации выставки Марата Ахметшина, Расиха Ахметвалиева, Леонида Бахнова, Наталью Васильеву, Маргариту Ерёмину, Гульшат Курамшину, Ольгу Морозову, Максима Холодилина, Башкирский государственный художественный музей имени М.В.Нестерова, галерею MIRAS, ТРК «Башкортостан», Мемориальный дом-музей Мажита Гафури, Национальный архив Республики Башкортостан, Национальную библиотеку им. Ахмет-Заки Валиди, Новобалыклинский сельский дом культуры.